ШАРАПОВА Лиана Ишмөхәмәт ҡыҙы (29.1.1969, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Илсе а.), физик. БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) 20‑се урта мәктәп, 1990 й. алып 119‑сы урта мәктәп (икеһе лә — Өфө) уҡытыусыһы. 1995 й. башлап БР ФА‑ның Не­фтехимия һәм катализ ин‑тында ғилми хеҙм‑р. 1999 й. алып “Башҡорт энциклопедияһы” фән учреждениеһында эшләй (2007 й. башлап химия редакцияһы, 2010—12 йй. иҡтисад бүлеге мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге Гомберг радикалының, 1,2‑диоксетандарҙың хемилюминесцент реакцияларын, БР‑ҙа фән һәм техника үҫешенең тарихын, төбәк энциклопедистикаһын өйрәнеүгә арналған. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2015).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов