ШИРЯЕВА Галина Павловна (15.8. 1956, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Иҫке Петров а.), педиатр. Мед. ф. д‑ры (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) 6‑сы дауаханала, 1981—84 йй. 1‑се балалар поликлиникаһында (икеһе лә — Өфө) эшләй. 1987 й. алып БДМУ‑ның өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге балалар пульмонологияһы мәсьәләләренә, БР белем биреү учреждениеларында балаларҙың клиник‑гематологик күрһәткестәрен өйрәнеүгә һ.б. арналған. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Физиология, патология и охрана здоровья детей подросткового возраста. Уфа, 2005 (авторҙ.); Формирование здорового образа жизни у детей и подростков. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов