ШТАЙГЕР Готлиб Христианович (28.11.1924, Одесса өлк. Первомайский ҡсб — 16.11.2017, Белорет ҡ.), төҙөүсе. РСФСР‑ҙың проф.‑техник белем биреү отличнигы (1965). 1941—93 йй. (өҙөклөк м‑н) “Башуралстрой” тресында төҙөлөш‑монтаж идаралығы ташсыһы, 1972 й. алып ташсы‑монтажсы, 1973 й. башлап 2‑се төҙөлөш идаралығында бригадир; 1945—72 йй. 36‑сы ПТУ‑ла мастер (бөтәһе лә — Белорет). Белорет металлургия комбинатында 150‑се прокатлау цехы станын төҙөүҙә ҡатнашҡан. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Халыҡтар дуҫлығы (1980) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев