ШУМИЛОВ Олег Александрович (18.12.1950, Ҡурған ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2017) һәм атҡ. (1998) артисы. Воронеж сәнғәт ин‑тын тамамлағандан һуң (1977; А.К.Дундуков курсы)А.П.Чехов ис. Таганрог драма театры, 1980 й. алып М.Ю.Лер­монтов ис. Грозный урыҫ драма театры, 1981 й. — БР Урыҫ драма театры (Өфө) актёры. Ш. эштәре күп яҡлы талант, тәьҫирлелек, хистәр тәрәнлеге һәм сағыу характерлылыҡ м‑н айырылып тора. Морозов ролендә тәү башлап сығыш яһай (“Был Таганрогта булғайны” — “Это было в Таганроге”, С.П.Сериков; Таганрог драма театры, 1977). Урыҫ драма театры сәхнәһендә 70‑тән ашыу иҫтә ҡалырлыҡ роль ижад итә, уларға асыҡтан‑асыҡ һөйләү, ихласлыҡ хас: Роман (“Йүгереүсе мосафирҙар” — “Бегущие странники”, А.Н.Казанцев), Яков (“Һуңғылар” — “Последние”, М.Горький), Веня (“Бөтмәҫ апрель” — “Бесконечный апрель”, Я.Пулинович), Мармеладов (“Енәйәт һәм яза” — “Преступление и наказание”, Ф.М.Достоевский), Григорий Борисович Кучумов (“Ҡоторған аҡсалар” — “Бешеные деньги”, А.Н.Островский) һ.б. “Теа­траль Волга” (“Волга театральная”) Төбәк‑ара фестивале лауреаты (Һамар ҡ., 2015; “Икенсе пландағы иң яҡшы ир‑егет роле” номинацияһы, И.С.Тургеневтың “Атайҙар һәм балалар” — “Отцы и дети” спектаклендә Василий Иванович Базаров роле).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина