ШӘЙХЕТДИНОВ Рөстәм Рәжәп улы (5.5.1976, Өфө), пианист, педагог. Сәнғәт ғилеме канд. (2001), проф. (2011). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2014). Р.Ю.Шәйхетдиновтың улы. Гнесиндар ис. Рәсәй музыка акад. (Мәскәү, 1998; М.С.Гамбарян класы) тамамлағандан һуң ӨДСИ‑лә уҡыта (2003—16 йй. махсус фп. каф. мөдире), 2016 й. алып А.Г.Шнитке ис. Мәскәү музыка ин‑ты уҡытыусыһы, фп. каф. мөдире.

Ш. сәнғәтенә урыҫ фп. мәктәбенең иң яҡшы традицияларына таяныу, башҡарған әҫәрҙәренә тәьҫирле һәм тасуири инто­нация манераһын сағыу артистизм һәм интеллектуаль ҡараш м‑н бергә оҫта ҡулланыу хас. Репертуарында сит ил (И.С.Бах, Л.Бетховен, Ф.Лист, В.А.Моцарт, Ф.Шопен, Р.Шуман), урыҫ (Н.К.Метнер, С.В.Рахманинов, И.Ф.Стравинский), башҡорт (М.М.Вәлиев, З.Ғ.Исмәғилев, Р.М.Хәсәнов) композиторҙары әҫәрҙәре. Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (Австрия, Венгрия, Германия, Дания, Италия, Көньяҡ Корея, Чехия һ.б.) гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында Ш.Бабич ис. пр. лауреаты И.А.Ғафаров, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ф.Р.Фәйзуллина. Рәжәп Шәйхетдиновтың “Музаға хеҙмәт итеү” (“Слу­женье муз”) хәйриә фондына нигеҙ һалыусы (Өфө, 2011) һәм 2015 й. тиклем президенты. Йыл һайын үткәрелгән “Өфө‑фортепиано” (“Уфа‑фортепиано”) Халыҡ‑ара фестивален ойоштороусы һәм арт‑директоры (2001), “Музыкаль сезон­дар” (“Музыкальные сезоны”) Халыҡ‑ара конкурс‑фестивален ойоштороусыларҙың береһе (2011; Европа ҡалаларында үткәрелә). “ЭПТА” Фортепиано педагогтары берекмәһе бүлексәһе рәйесе (2005 й. алып). Башҡ‑н Юлдаш ТВ‑нда “Мәҙәниәт паркы” (“Парк культуры”; 2005—08) һәм “Күтәренке кәйеф” (“Хорошее настроение”; 2007—11) программала­рын һ.б. алып барыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре фортепианола уйнау һәм педагогика мәсьәләләренә арналған. 40‑тан ашыу фәнни һәм уҡыу‑методик хеҙмәт авторы. Франция (Бург‑Мадам ҡ., 1996), Италия (Пианелло ҡ., 1997, 1998), Швейцария (Ровередо ҡ., 1997), Болгария [“Өмөттәр. Таланттар. Оҫталар” (“Надежды. Таланты. Мастера”); Добрич ҡ., 2001], Финляндия­ла (Хельсинки ҡ., 2011) үткәрелгән халыҡ‑ара конкурстар лауреаты. Ш.Бабич пр. лауреаты (2005).

Хеҙм.: О преодолении некоторых аппликатурных и фактурных трудностей (на материале рекомендаций Г.Р.Гинзбурга). М.–Уфа, 1998; История фортепи­анного искусства: программа для студентов фортепианных отделений музыкальных вузов. Уфа, 2003; Фортепианная школа Г.Р.Гинзбурга и её роль в раз­витии современного пианизма. Уфа, 2006.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова