ШӘРӘФЕТДИНОВА Ольга Юрьевна (29.8.1961, Өфө), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актриса. БР‑ҙың халыҡ артисы (2014), БССР‑ҙың атҡ. артисы (1992). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2002). ӨДСИ‑не (1982, В.М.Штейн курсы; 2005, Т.Н.Хәйбуллина курсы) тамамлаған. 1982 й. алып Башҡорт ҡурсаҡ театры актрисаһы.

Актриса ҡурсаҡ йөрөтөү техникаһын камил үҙләштергән, уға муз. һәләтлек, һығылмалылыҡ, хислелек хас. Төп ролдәре: Буратино [“Буратино мажаралары” — “Приключения Буратино”, А.Н.Толстойҙың “Алтын асҡыс, йәки Буратино мажа­ралары” (“Золотой ключик, или Приключения Буратино”) әкиәте б‑са Л.А.Нечаев һәм И.И.Веткина спектакле], Лиси­страта (“Лисистрата”, Аристофан), Маркольфа (“Дон Перлимплин мөхәббәте” — “Любовь дона Перлимплина”, Ф.Гарсия Лорка), Ен (“Раштыуаға ҡаршы төн” — “Ночь перед Рождеством”, Н.В.Гоголдең әҫәре б‑са Е.В.Сперанский спектакле), Эгле (“Эгле — туҙбаш йыландар королеваһы” — “Эгле — королева ужей”, С.Неристың ш. уҡ исемле поэма‑әкиәте б‑са В.Г.Миодушевский спектакле), Эрида (“Ташлама утты, Прометей!” — “Не бросай огонь, Прометей!”, М.Кәрим) һ.б. Ҡурсаҡ театры сәхнәһендә “Ал сәскә” (“Аленький цветочек”; С.Т.Аксаковтың ш. уҡ исемле әкиәте б‑са спектакль; О.М.Дудка м‑н бергә), “Муми йорто һәм унда йәшәүселәрҙең барыһы тураһында” [“Про Муми‑дом и всех, кто в нём”; Т.Янссондың “Тылсымсы эшләпәһе” (“Шляпа волшебника”) повесы б‑са А.Баранов спектакле], “Кескәй шырпыҡай” (“Спичка‑невеличка”; Г.Е.Стефанов) һ.б. спектаклдәр ҡуя. Респ. актёр йыры конкурсы (Өфө, 1994; Гран‑при), “Рәсәй драма театрҙары актёрҙары йырлай” (“Поют актёры драматических театров России”) Бөтә Рәсәй конкурс‑фестивале (Түб. Нов­город, 1995) лауреаты.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова