ЭЙДИНОВ Семён Григорьевич (11.7. 1911, Өфө — 23.1.1983, Рига), хор дирижёры, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1976) һәм атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1958). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1938; Г.А.Дмитриевский класы). 1928 й. алып Мәскәүҙә үҙешмәкәр хор коллективтары етәксеһе. 1938 й. башлап Магнитогорск ҡ.: А.С.Пушкин ис. драма театрының симфоник оркестры етәксеһе, 1939—41 йй. музыка уч‑щеһында дир. урынбаҫары, 1942—82 йй. дир., бер үк ваҡытта 1944—83 йй. хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижёры. Магнитогорск Хор йәмғиәте идараһына нигеҙ һалыусы һәм уның рәйесе (1958—83). Магнитогорск хор капеллаһын ойоштороусы, беренсе художество етәксеһе һәм баш дирижёры (1944). Э. етәкс. коллектив — Бөтә Союз концерт программалары смотры лауреаты (1970), Бөтә Рәсәй проф. хорҙар конкурсы дипломанты (1982; икеһе лә — Мәскәү). Э. етәкселек иткән хорҙарҙың репертуарында сит ил, урыҫ һәм ватан композиторҙары әҫәрҙәре бар. Музыка уч‑щеһын (1938) һәм 2 Музыка йортон (1966, 1972) асыу инициаторы. Ленин (1971), “Почёт Билдәһе” (1967) орд. м‑н бүләкләнгән. 1983 й. Э. исеме Магнитогорск акад. хор капеллаһына бирелә. 1991 й. уның исемендәге Бөтә Рәсәй хор дирижёрҙары конкурсы, 2002 й. Мәҙәниәт фонды булдырыла.

Э.Ә.Нәбиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина