ЭПОВ Михаил Иванович (20.3.1950, Чита өлк. Любовь приискыһы), геофизик. РФА акад. (2006), РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2003), БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), геол. ф. д‑ры (1991), проф. (2001). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1973) РФА Себер бүлексәһенең А.А. Трофимук ис. Нефть‑газ геологияһы һәм геофизикаһы ин‑тында эшләй (өҙөклөк м‑н): 1996 й. алып дир. урынбаҫары, 2004—17 йй. — дир.; бер үк ваҡытта 2007 й. башлап Новосибирск ун‑тының геофизика каф. мөдире. 2008 й. алып РФА Себер бү­лексәһенең Ер т‑да фәндәр бүлегендә акад.‑секретарь урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2017 й. башлап Ер т‑да фәндәр б‑са берләштерелгән ғилми совет рәйесе (икеһе лә — Новосибирск ҡ.). 2001—04 йй. Тохоку ун‑тында (Япония) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге геоэлектрикаға, теоретик геофизикаға, электроразведкаға һәм скважиналарҙы геофизик тикшереүгә арналған. Э. тарафынан анизотроп мөхиттәрҙә электромагнит майҙандарының матем. моделдәре әҙерләнә; Себерҙең актив тектоник өлкәләрендә уйпатлыҡ структураларын реконструкциялау өсөн интерпретациялы комплекстар, ауыш скважиналар өсөн индукция системалары эшләнә. Уның етәкс. гидрогеология, экология, өйөп яһалған ҡоролмалар, һибелмә ятҡылыҡтар разведкаһы торошон тикшереү мәсьәләләрен хәл итеү өсөн аппаратура‑программа комплексы уйлап табыла. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 12 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Электромагнитная дефектоскопия обсадных колонн нефтегазовых скважин. Основы теории и методики. Новосибирск, 2002 (авторҙ.); Сверхширотное электромагнитное зондирование нефтегазового коллектора. Интеграционные проекты СО РАН. Вып.32. Ново­сибирск, 2011 (авторҙ.); Нефтегазовые комплексы юры Западной Сибири и их электрофизические модели. Новосибирск, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева