ЯУБАЗЫ, Оло Яубазы, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Дүртөйлө р‑ны Урманаҫты а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта башлана. Дүртөйлө һәм Бөрө р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға, Бөрө р‑ны Тартыш а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта төньяҡ‑көнбайышҡа борола, артабан Дүртөйлө р‑ны буйлап аға (Иҫке Яндыҙ а. төньяҡҡа табан 10 км алыҫлыҡта көньяҡ‑көнбайышҡа борола) һәм Ағиҙел й. (тама­ғынан 176 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 56 км, басс. майҙаны 440 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йылға тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1,76 м3/с. Басс. рельефы тигеҙлектәрҙән тора, эрозиялы‑аккумулятив. Ландшафы үрге ағымында һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан, түбәнге ағымында аллювиаль, һаҙ, ҡараһыу һоро урман һәм ҡара тупраҡтарҙағы һаҙланған болондарҙан, урмандарҙан һәм ҡыуаҡлыҡтарҙан ғибәрәт. Йылғала Иҫке Яндыҙ һәм Мәскәү аа. эргәһендә һыуһаҡлағыстар һәм Урманаҫты а. янында быуа төҙөлгән (бөтәһе лә — Дүртөйлө р‑нында). Иң ҙур ҡушылдығы — ш. уҡ исемле йылға (һул).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев