ЯУЫН, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 29 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 216 кеше; 1920 — 237; 1939 — 241; 1959 — 249; 1989 — 160; 2002 — 167; 2010 — 176 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Яуын (улус старшинаһы Яуын Сыуашаев исеме б‑са) булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Сыуаш исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 9 йортта 37 кеше йәшәгән, 1865 й. 32 йортта — 182 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов