ЯБАЙ ТӨҘӨЛӨШЛӨ ҮҪЕМЛЕКТӘР, тәндәре тамыр, һабаҡ, япраҡҡа бүленмәгән һәм таллом, йәки ҡатлансыҡтан торған үҫемлектәрҙең ярым донъяһы. Төҙөлөштәре уртаҡ түгел, бер күҙәнәкле, колониаль йәки күп күҙәнәкле булыуҙары мөмкин, формалары төрлө. Элегерәк Я.т.ү. яҡынса 150 мең төр — ҡатмарлы­ төҙөлөшлө­ үҫемлектәр һәм хайуан­дарҙан тыш бөтә организмдар (актиномицеттар, бактериялар, бәш­мәктәр, лайлалы­ бәшмәктәр, лишайниктар, ылымыҡтар) ҡараған. Систематик яҡтан (хәҙ. классификация б‑са) улар үҙ сығышы, эволюцияһы булған организмдарҙың төрлө донъя бүлектәренән ғибәрәт. Я.т.ү. ярым донъяһы ылымыҡтарҙың 10 бүлеген (яҡынса 30 мең төрөн) үҙ эсенә ала: йәшел, хара, эвглена, диатом, алтынһыу, һары‑йәшел, криптофит, динофит, көрән, ҡыҙыл ылымыҡтар. Йәшәү циклы төрлө — гаплонт, диплонт, диплогаплонт (изоморф һәм гетероморф). Бер енесле организмдар өҫтөнлөк итә. Күпселек төрҙәрҙең гаметангийҙары һәм спорангийҙары бер күҙәнәкле. Һыу мөхитендә тыштан аталана. Диаспоралар һыу, ел, һирәк осраҡта бөжәктәр ярҙамында тарала. Я.т.ү. бик күп ер өҫтө экосистемаларының мөһим компоненты һәм һыу экосистемаларындағы туҡланыу сынйырҙарының төп өлөшө булып тора. РФ‑тың һәм БР‑ҙың Ҡыҙыл­ китабына еп һымаҡ хара индерелгән.

И.Е.Дубовик

Тәрж.­Г.А.Миһранова