ЯБАЛАҠ, Илеш р‑нындағы ауыл, Ябалаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 35 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 142 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 710 кеше; 1920 — 832; 1939 — 733; 1959 — 484; 1989 — 411; 2002 — 384; 2010 — 359 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан­даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1693 й. алып билдәле, кер­ҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултыра. Шулай уҡ яһаҡлы татарҙар йәшәгән. 1795 й. 18 йортта 100 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 68 йортта — 424 кеше. Мәсет, уч‑щебулған. Малс‑ҡ,игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, мөгәзәй, бакалея кибете теркәлгән. Т.С.Нәжмиев, Ф.Х.Хәтмуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов