ЯБАЛАҠЛЫ ҠУРҒАНДАРЫ, Иҫке Ябалаҡлы ҡурғандары, бронза ­быуаты археологик ҡомартҡыһы. Шишмә р‑ны Ябалаҡлы а. көньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Дим й. һул ярындағы һыу баҫмай торған бейек киртләс морононда урынлашҡан. 1973 й. В.С.Горбунов, М.Ф.Обыдённов тарафынан асылған, 1974—79 йй. Ю.А.Морозов өйрәнгән. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәр (диам. 5—20 м, бейеклеге 0,2—1,3 м) иҫәбенә инә, уларҙың ҡайһы берҙәре өйөм ситтәре буйлап таш, ағас кәртәләр йәки түңәрәк формаһындағы соҡор м‑н уратып алынған. 120‑гә яҡын ҡурған табылған, 106‑һы өйрәнелгән. 26 ҡурған (156 ҡәбер) б.э.т. 17—16 бб. ҡарай. Мәйеттәр ағас йәки таш м‑н көпләнгән тәрән булмаған тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, аяҡтары бөгөлгән килеш баштары м‑н көнбайышҡа, төньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән; икенсел ҡәберҙәр табылған. Ҡәбергә Абаш­ мәҙәниәте һауыттары (көршәк йәки табаҡ формаһындағы, ҡабырсаҡ ҡушып балсыҡтан эшләнгән, каннелюралар, шыма һәм тешле штамп ярҙамында төшөрөлгән өсмөйөштәр м‑н биҙәлгән һауыттар), эш ҡоралдары (бронза бысаҡтар, ураҡтар, беҙҙәр, балыҡ ҡармағы), биҙә­үестәр (бронза беләҙектәр, айылдар, сулпылар, балдаҡтар, пластинкалар һ.б.) һалынған. 80 ҡурған (165 ҡәбер) б.э.т. 15—13 бб. ҡарай. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында һул ҡабырғаһына бөгәрләнгән килеш һалып, бөгөлгән ҡулдары м‑н биттәрен ҡаплатып, баштары м‑н төньяҡҡа, төньяҡ‑көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Парлап һәм бер нисә мәйетте бергә ерләү осрай. Ҡәбергә Бура ­мәҙәниәте һауыттары (көршәк һәм банка формаһындағы, ҡом һәм шамот ҡушып балсыҡтан эшләнгән, штрихлы өсмөйөштәр, тешле штамп ярҙамында баҫылған горизонталь һыҙыҡтар, һырҙар, төртөктәр м‑н биҙәлгән һауыттар), биҙәүестәр (бронза беләҙектәр, сәс биҙәүесе, алтын сикә сулпылары, һөйәк һәм яндырылған балсыҡтан яһалған муйын­саҡтар), ш. уҡ таш суҡмар, һөйәк тотҡостар һәм уйын таштары һалынған. Халыҡтың мөлкәт һәм соц. яҡтан айырымланыуын раҫлаған ҡәберҙәр (ш. иҫ. балалар һәм ҡатын‑ҡыҙҙар) табылған. Ҡомартҡы материалдары Археология­ һәм этнография музе­йында һаҡлана.

Ю.А.Морозов

Тәрж.­Д.К.Үзбәков