ЯҒЫУЛЫҠ‑ЭНЕРГЕТИКА КОЛЛЕДЖЫ, 2003 й. Нефть­ техникумын һәм Энергетика­ колледжын берләштереү һөҙөмтәһендә Өфө яғыулыҡ энергетика колледжы булараҡ асыла. 2007 й. колледж составына 61‑се ПУ инә. Ағиҙел (2000 й. ойошторолған), Баймаҡ (2004) ҡалаларында филиалдары бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә автоматлаштырылған мәғлүмәт эшкәртеү һәм идара итеү системалары, газ‑нефть үткәргестәрҙе һәм газ‑нефть һаҡлағыстарҙы ҡороу һәм файҙаланыу, йылылыҡ м‑н тәьмин итеү, йылылыҡ электростанциялары, нефть һәм газ эшкәртеү, органик матдәләрҙең химик технологияһы, сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник файҙаланыу, электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү, электр энергетикаһы системаларын реле м‑н һаҡлау һәм автоматлаштырыу һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. 11 компьютер класы, 3 китапханаһы, спорт комплексы, 3 тамаша, 2 уҡыу залдары, 7 уҡыу оҫтаханаһы, уҡыу полигоны, 3 ятағы бар. 7 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2009). БДУ, ӨДАТУ, ӨДНТУ, БР пр‑тиелары м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Т.М.Ғәниев

Тәрж.­Ә.Н.Аҡбутина