ЯДРО ФИЗИКАҺЫ, атом ядроһының төҙөлөшөн, радиоактив тарҡалыу процестарын һәм ядро реакцияларының механизмын өйрәнгән физика бүлеге. Элементар өлөшсәләр физикаһын, нейтрондар физикаһын (нейтрондарҙың матдә м‑н тәьҫир итешеүен һәм нейтрондар тәьҫиренән барған ядро реакцияларын өйрәнеү), түбән (ядро төҙөлөшө, ядроларҙың радиоактив тарҡалыуы, 200 МэВ тиклем энергиялы өлөшсәләр тарафынан барлыҡҡа килтерелгән ядро реакциялары), аралаш (200 МэВ—1 ГэВ) һәм юғары энергиялар (1 ГэВ юғары) физикаһын; ш. уҡ фотоядро реакцияларын өйрәнеүҙе (ядроларҙың электрондар һәм фотондар м‑н тәьҫир итешеүе) үҙ эсенә ала. Эксперименталь (ядро реакторҙарын, төрлө тиҙләткестәрҙе, теркәү ҡоролмаларын, детекторҙарҙы һ.б. ҡулланып һирәк осраған ядро процестарын һәм күренештәрен тикшереү) һәм теоретик (көслө тәьҫиргә дусар өлөшсәләрҙең динамикаһын өйрәнеү) Я.ф. бүленә. Я.ф. ядро техникаһы, ядро энергетикаһы үҫешенә, радиоактив һәм тотороҡло изотоптар­ етештереүҙә нигеҙ булып тора. Я.ф. ысулдары геологияла, ­геофизикала, ­физикала, ­медицинала, ­техникала, ­химияла һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. Башҡорт ­дәүләт университетында Я.ф., ш. иҫ. нейтрондар физикаһы, б‑са тикшеренеүҙәр башлана (О.А.Барсуков етәкс.); ядро‑физик ҡырҙарҙы иҫәпләгәндә файҙаланылған Монте‑Карло ысулдарының модификациялары эшләнә (В.А. Власов, И.Л.Дворкин, И.Г.Дядькин, В.Н.Стариков, В.С.Әүжәнов һ.б.). 70‑се йй. Геологоразведка­ скважиналарын­ геофизик­ өйрәнеү ­институтында (Барсуков, Ю.А.Гулин, Е.В.Семёнов) Я.ф. ысулдары ниге­ҙендә тау тоҡомдарының физик үҙсәнлектәрен өйрәнеү ҡоролмалары уйлап табыла һәм индерелә. Органик­ химия­ институтында И.В. Курчатов ис. Атом энергияһы ин‑ты (Мәскәү) м‑н берлектә атом реакторында ядро яғыулығы етештереү кимәлен диагностикалау өсөн антинейтрино детекторы эшләнә (В.П.Казаков һ.б.); Нефтехимия­ эшкәртеү­ институтында­ Нефть техник ун‑ты­м‑н берлектә ядро, космос һәм хәрби сәнәғәт өсөн юғары сифатлы яһалма графит алыуҙы тәьмин иткән кокс төрҙәре етештереү технологияһы нигеҙҙәре уйлап табыла (Р.Н.Ғимаев, А.Ф. Красюков, Р.Х.Садиҡов, М.М.Әхмәтов). Шулай уҡ ҡара: Аҙ ­күләмле­ химия продукттары­ һәм­ реактивтар­ институты, ­Радиоактив ­элементтар,­ Радиоактивлыҡ.

Әҙәб.:­ Хисамутдинов А.И., Морозов А.А., Стариков В.Н.

Алгоритмы Монте‑Карло в ядерной геофизике. Новосибирск, 1985.

А.И.Филиппов

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов