ЯҠУПОВ Ғилман Ғирфан улы [20.3. 1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Иҫке Сибай а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 11.2.2012, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1956). 1942—43 йй. Баймаҡ р‑нының Сибай а/с секретары. 1946 й. алып Сибай тулы булмаған урта мәктәбе (Иҫке Сибай) уҡытыусыһы, ВЛКСМ‑дың Баймаҡ район ком‑ты секретары, 1948 й. — Баймаҡ, Сибай МТС‑тарының сәйәси бүлеге дир. урынбаҫары, 1949—52 йй. КПСС‑тың Баймаҡ район ком‑тында а.х. бүлеге мөдире, секретарь, 1955 й. — КПСС‑тың Сибай ҡала ком‑ты секретары, 1956 й. башлап КПСС‑тың Мәсетле район ком‑тында, 1962 й. — БАССР совхоз‑колхоз производство идаралы­ғының Хәйбулла партия ком‑тында, 1965 й. — КПСС‑тың Хәйбулла район ком‑тында 1‑се секретарь. 1980—81 йй. БАССР МС‑ы Эштәр идаралығында бүлек начальнигы. Я. етәкс. үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһын етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшелгән. РСФСР ЮС‑ының 7‑се, БАССР ЮС‑ының 6—10‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Ватан һуғышы (1984), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Үткәндәрҙе хәтерләгәндә...= Вспоминая прошлое... Өфө, 2009.

Тәрж.­ А.Н.Күсеев