ЯЛАН ЗӘҢГӘР КҮБӘЛӘГЕ (Neolycaena rhymnus), күбәләктәр отрядының зәңгәр күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанат йәйеме 2,3—2,5 см, өҫкө яғы ҡуңыр төҫтә; аҫҡы яғы — ваҡ аҡ таплы көрән йәки аҡһыл көрән. Инә күбәләк йомортҡаларын ҡыуаҡ селектең бер йыллыҡ ботаҡтарына һала. Ҡарышлауыҡтарының ҡорһаҡ яғы ялпаҡ, арҡа яғы ныҡ ҡабарынҡы; нәҙек, ҡыҫҡа төктәр м‑н ҡапланған. Тупраҡта ҡурсаҡлана. БР шарттарында 1 быуын бирә. Ҡарышлауығы ҡышлай. Май—июндә оса. Оло бөжәк сәскә таты, ҡарышлауығы ҡу­рай ­еләге һәм селек япраҡтары м‑н туҡлана. БР‑ҙа дала һәм урман‑дала райондарында осрай.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж.­ Г.А.Миһранова