“ЯЛАН ЙӘРКӘЙ”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон­көй. Тәүге тапҡыр 20 б. 30‑сы йй. М.А.Буранғолов Ырымбур өлк. Яңы Сергиевка р‑ны Мерәҫ а. яҙып ала, варианттары “Башҡорт халҡ ­йырҙары” йыйынтығында (Х.Ф.Әхмәтов Ғ.Ғ. Ушановтан яҙып алған инструменталь варианты) һәм “Башҡорт халыҡ ижады” китабында (1‑се том, 1954; вокаль варианты тексын Л.Н. Лебедин­ский 1937 й. БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Бикбау а. Сәләхетдин Итбаевтан яҙып алған) баҫтырып сы­ғарыла. Артабанғы яҙмаларын Ф.Х. Камаев, К.Мәргән, Н.Д.Шоңҡаров яҙып ала. Эпик характерҙағы йыр. Риүәйәттәр б‑са, “Я.Й.” авторы – Буранбай­-сәсән. Версияларҙың береһе б‑са, батша властарынан урманда ҡасып йөрөгән сәсәнде 9‑сы башҡорт кантоны нач. Ҡаһарман Ҡыуатов (ҡара: Ҡыуатовтар) тауышынан танып, В.А.Перовскийға үҙе тотоп килтерә. Йәркәйҙең хәрби ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып губернатор сәсәнде ярлыҡай. Ҡаһарман Ҡыуатов беренсе тапҡыр ишеткән йырҙы “Я.Й.” тип атай башлайҙар. Буранғолов тарафынан яҙып алынған икенсе версия б‑са, һөйгәне (ҡара: “Сәлимәкәй”) үлгәндән һуң Йәркәй халыҡты баярҙар һәм старшиналар иҙеүенә ҡаршы баш күтәреүгә әйҙәй, әсирлеккә төшә һәм ҡасып, властарҙан йәшеренеп йөрө­гәндә йыр ижад итә. “Я.Й.” киң диапазоны (2 октаваға яҡын) һәм һалмаҡ темпы м‑н айырылып тора, көйө мажор пентатоникаһына ҡоролған. Башҡарыусылар араһында Ф.Ғ.Ғәбитов, К.М. Дияров, Ушанов. Шулай уҡ “Я.Й.” аралаш ритм, бер октавалы диапазон хас булған инст­рументаль көйө бар; мелодик йүнәлешендә синкопалар йыш осрай. Квинта тоны, беренсе һөйләмдәге миксолидик түбән 7‑се баҫҡыс һәм икенсе һөйләмдәге тоника көйгә үҙенсәлек өҫтәй.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974; Д и я р о в К.М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988; Б у р а н ғ о л о в М.А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. ­Г.Һ.Ризуанова