ЯЛАН КӨЙГӘНӘГЕ (Circus macrourus), ыласын­ һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 43—53 см, ата ҡоштарҙың ауырлығы 300—500 г, инә ҡоштарҙыҡы — 370—600 г, ҡанат йәйеме 95—120 см. Ата ҡоштоң ҡауырһыны аҡһыл күк, түше, ян‑яғы, ҡорһағы аҡ төҫтә. Ҡанаттары ҡыҫҡа, ҡара осло, ҡойроғо буйлы. Инә ҡош көрән төҫтә, муйыны, боғағы, түше аҡ, һирәк осраусы эре көрәнһыу‑тоноҡ һары таптар м‑н сыбарланған. Күҙ тирәләй тар аҡһыл һы­ҙат м‑н уратып алынған ҡара ҡайма бар; ҡолаҡтарынан алып суҡыш аҫтынан киң ҡара һәм аҡ һыҙыҡтар (“муйынса”) үтә. Аяҡтары оҙон, һары төҫтә. Моногам. Ояһын ерҙә, ҡайһы берҙә түңгәктәрҙә ҡора, үлән түшәй. Ояла ваҡ ерәнһыу таплы аҡ йәки күкһел төҫтәге 3—7, йышыраҡ 4—5 йомортҡа була. Инә ҡош 28—30 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара. Бөжәктәр, ваҡ ҡоштар, кеҫәрткеләр, кимереүселәр, тәлмәрйендәр м‑н туҡлана. Далала йәшәй. Сысҡан һымаҡ кимереүселәрҙе юҡ итә. БР‑ҙа һирәкләп Башҡортостандың­ Урал­алдында, Башҡортостандың­ Урал­аръяғында, Йылайыр­ яйлаһында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл­ ки­таптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж.­ Г.А.Миһранова