ЯҘЫУСЫЛАР СЪЕЗДАРЫ. Башҡортостан яҙыусылар съезы БР Яҙыусылар союзының юғары етәксе органы булып тора; кәмендә 5 йылға 1 тапҡыр саҡырыла. Съезд идараны ойоштора һәм яңынан һайлай, Уставты раҫлай һәм кәрәк булғанда уға үҙгәрештәр индерә, Яҙыусылар союзы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләй, идараның, ревизия комиссияһының отчёттарын тыңлай, ойошмаларҙы үҙгәртеп ҡора йәки уларҙың эшен туҡтата. 1932 й. июнендә Өфөлә яҙыусылар йыйылышында 1‑се Я.с. саҡырыу

б‑са Ойоштороу ком‑ты булдырыла, етәксеһе итеп А.М.Таһиров тәғәйенләнә. 1933 й. 21–24 мартында Ойоштороу ком‑тының пленумы үтә, унда Съезды уҙғарыуға әҙерлек һәм Устав проекты (Б.Ишемғол, Ш.Шәһәр), драматургия мәсьәләләре (С.Я. Ямалиев) т‑да докладтар б‑са фекер алышына. 1932–33 йй. Ойоштороу ком‑ты Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. 5 тапҡыр дөйөм яҙыусылар йыйылышы үткәрә.

1‑се Я.с. 1934 й. 15—18 мартында үтә. Отчёт доклады (Т.Йәнәби), 15 йыл эсендә башҡорт әҙәбиәтенең үҫеше (Ш.Шәһәр), әҙәби тәнҡиттең торошо (Ғ.Амантай) т‑да докладтар тыңлана; Яҙыусылар союзы ойошторола. Съезд эшендә СССР Яҙыусылар союзының Ойоштороу ком‑ты вәкиле А.Зорин, ш. уҡ Н.Сәфәров, Уйғун (икеһе лә — Үзбәк ССР‑ы), М.Әмир һ.б. ҡатнаша. 7 кешенән торған идара һайлана, идара рәйесе — Таһиров, яуаплы секретары —М.Марат.

2‑се Я.с. 1954 й. 16—19 июнендә үтә. Башҡорт әҙәбиәтенең торошо һәм бурыстары т‑да отчёт доклады (М.Кәрим), әҙәби тәнҡит (Ғ.Й. Рамаҙанов), балалар әҙәбиәте (Ш. Бикҡол), әҙәби бәйләнештәр һәм тәржемәләр (Ә.Вәли) т‑да докладтар тыңлана. 11 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — М.Кәрим, яуаплы секретары — Х.Кәрим.

3‑сө Я.с. 1958 й. 2—3 июнендә үтә. Башҡорт әҙәбиәтенең торошо һәм бурыстары т‑да отчёт доклады (Х.Кәрим), әҙәбиәт ғилеменең һәм тәнҡиттең үҫеше т‑да доклад (Ә.И. Харисов) тыңлана; РСФСР   яҙыусыларының 1‑се Ойоштороу съезына 8 кешенән торған делегация һайлана. Съезд эшендә Я.Ухсай һ.б. ҡатнаша. 15 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — М.Кәрим, рәйестең 1‑се урынбаҫары — Х.Кәрим, 2‑се урынбаҫары — Рамаҙанов, яуаплы секретары — Н.Ш.Хафизов.

4cе Я.с. 1963 й. 10—12 ғин. үтә. Башҡорт әҙәбиәтенең 3‑сө һәм 4‑се Съездар араһындағы үҫеше, идара эше т‑да отчёт доклады тыңлана (Н. Нәжми). Съезд эшендә Ғ. Ахунов, В.А. Журавлёв (Мәскәү), Н.П. Задорнов, Д.М. Косарик (Украина ССР‑ы), Х.Туфан, П.П.Хузангай (Сыуаш АССР‑ы) һ.б. ҡатнаша. 15 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Н.Нәжми, яуаплы секретары — Ш.Бикҡол.

5‑се (сираттантыш) Я.с. 1964 й. 23 дек. үтә. Башҡорт прозаһының үҫеше (Ғ.Б.Хөсәйенов), әҙәбиәттә герой проблемаһы (С.Ғ.Сафуанов), прозалағы эпиклыҡ һәм лириклыҡ (Ғ. Әмири) т‑да докладтар б‑са фекер алышына; РСФСР яҙыусыларының 2‑се съезына 9 кешенән торған делегация һайлана. Съезд Яҙыусылар союзы идараһының вәкәләтен киләһе саҡырылышҡа тиклем оҙайтыу т‑да ҡарар ҡабул итә. Съезд эшендә Р.Ә.Мостафин (ТАССР), С. Мәүленов, Х.Туфан, Хузангай һ.б. ҡатнаша.

6‑сы Я.с. 1968 й. 29—30 майында үтә. Отчёт доклады (Н.Нәжми), башҡорт прозаһы (Ф.Ә.Иҫәнғолов), урыҫ яҙыусыларының ижады (А.П. Филиппов), башҡорт шиғриәте (Рамаҙанов), балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте (М.Н.Кәримов), башҡорт драматургияһы (Ә.М.Мирзаһитов), тәнҡит (К.Ә.Әхмәтйәнов) т‑да докладтар тыңлана. Съезд эшендә РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары Л.К. Татьяничева, Й.М.Мостафин, Мәүленов, Е.М.Николаевская, С.Ғ. Сөләймәнова, Х.Туфан һ.б. ҡатнаша. 16 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Х.Ғиләжев, яуаплы секретары — В.М.Исхаҡов.

7‑се Я.с. 1973 й. 24—25 окт. үтә. Башҡорт әҙәбиәтенең торошо һәм бурыстары т‑да отчёт доклады (Ғиләжев), башҡорт прозаһы (Рамаҙанов), урыҫ яҙыусыларының ижады (Филиппов), әҙәбиәттә герой проблемаһы (Я.Х.Хамматов) т‑да докладтар тыңлана. Съезд эшендә Ахунов, В.Н. Миронов, Й.М.Мостафин ҡатнаша. 17 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Мирзаһитов, рәйес урынбаҫарҙары — Р.Ғ.Низамов, Филиппов, яуаплы секретары — Р.Ә.Сафин.

8‑се Я.с. 1978 й. 26—27 окт. үтә. Яҙыусы роле, башҡорт совет әҙәбиәте бурыстары т‑да отчёт доклады (Мирзаһитов), проза проблемалары (Ғ.Б.Хөсәйенов), әҙәбиәттә хәҙ. Заман темаһы (Н.С.Мусин), балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте (Д.М. Бүләков) т‑да докладтар тыңлана. Съезд эшендә Ахунов, М.Казаков (Мари АССР‑ы), В.В.Канивец (Украина ССР‑ы), И.Е. Федосеев (Яҡут АССР‑ы) һ.б. ҡатнаша. 17 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Мирзаһитов, рәйес урынбаҫарҙары — Ә.С.Гәрәев, Р.В. Паль, Сафин, яуаплы секретары —Ҡ.Аралбай.

9‑сы Я.с. 1983 й. 24—25 окт. үтә. Башҡорт совет әҙәбиәте һәм уның бурыстары т‑да отчёт доклады тыңлана (Мирзаһитов). Башҡорт прозаһының (Ә.Х.Вәхитов), шиғриәтенең (Ғ.Б.Хөсәйенов) һәм драматургияһының (Сафин) үҫеше б‑са фекер алышына. Съезд эшендә респ. етәкселәре, РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе С.В.Михалков, Ә.Мөхтәр (Үзбәк ССР‑ы), П.П. Ребро (Украина ССР‑ы) һ.б. ҡатнаша. 20 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Мирзаһитов, рәйес урынбаҫары — Т.Й.Йосопов, яуаплы секретары — Б.З.Рафиҡов, идара секретарҙары — Р.Н.Байымов, Гәрәев, Филиппов.

10‑сы Я.с. 1988 й. 27—28 окт. үтә. Башҡорт әҙәбиәтенең торошо һәм Яҙыусылар союзының бурыстары т‑да отчёт доклады тыңлана (Мирзаһитов). Публицистика (Р.Ҡ.Әмиров), балалар әҙәбиәте (С.Әлибай) проблемалары ҡарала. Съезд эшендә РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары Ф.И.Чуев һ.б. ҡатнаша. Идара һайлана, рәйесе — Бүләков.

11‑се Я.с. 1993 й. 28—29 окт. үтә. Идара эше т‑да отчёт доклады (Бүләков), башҡорт шиғриәте (Ҡ.Аралбай, Ә.А.Таһирова, Ә.ӘхмәтХужа), әҙәби тәнҡит торошо (Т.Б.Сәғитов, Ғ.Ғ.Шафиҡов) т‑да докладтар тыңлана. 11 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Бүләков, рәйес урынбаҫары — Р.Ф.Байбулатов, 1‑се секретары — Р.Йәнбәк.

12cе Я.с. 1996 й. 30—31 окт. үтә. Отчёт доклады (Р.Т.Бикбаев), башҡорт прозаһының (Ә.М.Әминев),   шиғриәтенең (Т.Ғәниева), драматургияһының (Ф.В.Боғҙанов) үҫеше т‑да докладтар тыңлана. Съезд эшендә респ. етәкселәре ҡатнаша. 19 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Бикбаев, рәйес урынбаҫары — Байбулатов. Съезд алдынан Президент “БР Яҙыусылар союзына матди ярҙам тураһында” указына ҡул ҡуя.

13‑сө Я.с. 2001 й. 23—24 февр. үтә. Идара эше (Бикбаев), башҡорт драматургияһы (Н.Асанбаев) һәм балалар әҙәбиәте (Ф.Һ.Туғыҙбаева) проблемалары, китаптар нәшер итеү (Ҡ.Аралбай) б‑са фекер алышына. БР Президенты М.Ғ.Рәхимов сығыш яһай. Съезд эшендә РФ Яҙыусылар союзы идараһы секретары Н.В. Переяслов һәм Й.М.Мостафин ҡатнаша. 25 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Бикбаев, рәйес урынбаҫарҙары — Р.Тойғон, Ә.Үтәбай.

14cе Я.с. 2006 й. 21—22 апр. үтә. Отчёт доклады (Бикбаев), башҡорт прозаһының (Әминев), шиғриәтенең (Х.Назар), драматургияһының (Н.Ғәйетбай), балалар әҙәбиәтенең (Туғыҙбаева) торошо, әҙәби тәржемә (А.Г.Хөсәйенов) һәм тәнҡит (Ф.Т. Күзбәков) проблемалары, урыҫ (Филиппов) һәм татар (Р.М.Сабитов) секцияларының эше т‑да докладтар тыңлана. Съезд эшендә респ. етәкселәре, РФ Яҙыусылар союзының 1‑се урынбаҫары Г.В.Иванов ҡатнаша. 25 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Бикбаев.

15‑се Я.с. 2011 й. 14—15 апр. үтә. Ижади ҡаҙаныштар т‑да отчёт доклады (Бикбаев), башҡорт прозаһының (С.Н.Шәрипов), шиғриәтенең (Х.Назар), драматургияһының (Н.Ғәйетбай), балалар әҙәбиәтенең (Туғыҙбаева), сатира һәм юморҙың (Р.М.Тимершин), әҙәби тәнҡит һәм әҙәбиәт ғилеменең (М.Х.Нәҙерғолов) торошо, урыҫ (В.В.Денисов) һәм татар (Сабитов) секцияларының эше т‑да докладтар тыңлана. 25 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — А.Р.Юлдашбаев.

16‑сы (сираттантыш) Я.с. 2012 й. 16 мартында рәйес Юлдашбаев ваҡытынан алда вазифаны бушатыуға бәйле үтә (рәйес вазифаһын башҡарыусы — Ҡ.Аралбай). БР Яҙыусылар союзы Уставына төҙәтмәләр раҫлана. Рәйес итеп Р.Тойғон һайлана.

17‑се (сираттантыш) Я.с. 2014 й. 11 апр. рәйес Р.Тойғондоң үлеменә бәйле үтә. Рәйес итеп Н.Ғәйетбай һайлана, ул 2016 й. нояб. тиклем эшләй. Рәйес вазифаһын башҡарыусы итеп З.А.Әлибаев раҫлана.

18‑се Я.с. 2017 й. 31 мартында үтә. Башҡортостанда әҙәби тормоштоң хәҙ. торошо т‑да доклад тыңлана (Әлибаев). Съезд эшендә БР‑ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р. Алтынбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресының) башҡарма ком‑ты рәйесе Ә.М.Ишемғолов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Й.С.Ильясова ҡатнаша. 25 кешенән торған идара һайлана, рәйесе — Әлибаев.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов