МОРТАЗИН Әхәт Мотаһар улы (6.2.1959, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Яңы Байрамғол а. — 13.3.2018, Өфө), диктор. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (1994) артисы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Бөтә Рәсәй ДТРК‑һы филиалы “Башҡортостан” ТРК‑һында диктор; 2010 й. алып “Юлдаш” радиоһында баш белгес, бер үк ваҡытта 2012 й. башлап “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ының Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһында уҡытыусы. Ғ.Х.Бикбулатовтыңдикторлыҡ традицияларын дауам иткән. Йомшаҡ тембрлы көслө, баҙыҡ тауышҡа  эйә булған. Яңылыҡтар сығарылыштарын, ижт.‑сәйәси һәм муз.‑әҙәби тапшырыуҙарҙы, ш. уҡ республика кимәлендәге байрам сараларын һәм концерттарын алып барған.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина