ГАНЦЕВ Шамил Хәнәфи улы (19.4.1951, Өфө), хирург-онколог. БР ФА акад. (2018), мед. ф. д-ры (1989), проф. (1991). РФ-тың (2002) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. фән эшмәкәре. Х.Х.Ганцеваның ҡустыһы. БДМИ‑ны тамамлаған (1974). 1976 й. алып Өфөнөң 6-сы дауаханаһында эшләй. 1978 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта, 1988 й. — дипломдан һуң белем биреү ин‑тының  онкология һәм патологик анатомия курсы м-н хирургия һәм онкология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1998 й. башлап Респ. клиник онкология диспансерында онкология клиникаһы, 2012 й. — БДМУ‑ның онкология ҒТИ директоры. Фәнни хеҙмәттәре шештәрҙе башланғыс осорҙа диагностикалау, төрлө дауалау алымдарын берләштереү, иҫкәртеү ысулдарын камиллаштырыуға, лимфология мәсьәләләренә арналған. 850-нән ашыу фәнни һәм уҡыу-методик хеҙмәт, 60 уйлап табыу авторы. БР онкологтары йәмғиәтенең почётлы президенты (1990 й. алып). “Креативная онкология и хирургия” (“Креатив онкология һәм хирургия”) электрон ж. (2009 й. алып), “Креативная хирургия и онкология” (“Креатив хирургия һәм онкология”) ж. (2017 й. алып) баш мөхәррире. БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2009). Почёт (2009), Салауат Юлаев (2017) орд. м-н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Аксиллярный лимфатический аппарат при раке молочной железы: атлас. М., 2010  (авторҙ.); Онкология. М., 2010 (авторҙ.); Заболевания шейки матки. М., 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке