ҒИБӘҘӘТОВ Рафиҡ Абдулхаҡ улы (19.10.1939, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а.), дәүләт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. юрисы (1994). Һарытау юридик ин‑тын (1962), Свердловск юғары партия мәктәбен (1973) тамамлаған. 1962 й. алып Дыуан, Салауат р‑ндары прокуратураһында эшләй, 1967 й. — Әбйәлил район советының башҡарма ком‑т рәйесе урынбаҫары, 1973 й. башлап БАССР ЮС‑ы Президиумы юрисконсульты, ойоштороу бүлеге мөдире, 1978 й. — Өфөнөң Киров р‑ны халыҡ судының халыҡ судьяһы, рәйесе. 1980 й. алып БАССР юстиция министры урынбаҫары,  1983 й. – министры. 1993–95 йй. БР ЮС‑ы Рәйесе аппаратында, БР Президенты Хакимиәтендә эшләй. Юристар союзы рәйесе (1989 й. алып). БАССР ЮС‑ының 11‑се, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 1-се саҡырылыш депутаты.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 Текст на русском языке