- Подробности
- Просмотров: 635
ИҪӘНГИЛДЕ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Сиҙәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 62 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 181 кеше; 1959 — 324; 1989 — 450; 2002 — 495; 2010 — 486 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.
Ауылға 1929 й. Йылайыр кантонында Иҫәнгилде/Үрге Иҫәнгилде а. (60‑сы йй. юҡҡа сыға) кешеләре Түбәнге Иҫәнгилде исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Иҫәнгилде булараҡ теркәлгән. 70‑се йй. башынан хәҙ. исемен йөрөтә.
Р.Ғ.Насиров
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина